Новости
3 Ноябрь 2019, 03:16

Киске табынға – тәмле ризыҡ

Тауыҡ боттарын картуф менән духовкала бешерәйек әле бөгөн. Бының өсөн беҙгә: 5-6 тауыҡ бото, шул сама картуф, бер кишер, бер башлы һуған кәрәк. Маринадлау өсөн соус: ҡаймаҡ – 200 грамм, соус чили - тәм буйынса, “Хмели-сунели” тәмләткесе – бер сәй ҡалағы, өс тырнаҡ һарымһаҡ, самалап тоҙ, борос.

Башта соус әҙерләйбеҙ. Уның өсөн ҡаймаҡ, һарымһаҡ, әсә чили соусын, борос, “Хмели-сунели” тәмләткесен, тоҙ һалып бутайбыҙ.


Кишерҙе, һуғанды, картуфты әрсеп турайбыҙ. Әгәр картуфығыҙ тиҙ иҙелә икән, эрерәк итеп турағыҙ. Тоҙлайбыҙ ҙа өҫтөнә соустың бер өлөшөн ҡойоп, 20-30 минутҡа ултыртып торабыҙ.


Соустың ҡалған өлөшөн тауыҡ боттары өҫтөнә һалып, шулай уҡ 20-30 минутҡа маринадларға ҡуябыҙ.


Форманы майлап, йәшелсәләрҙе һалабыҙ, өҫтөнә тауыҡ боттарын теҙәбеҙ. Бешкән саҡта әйләндереп торор өсөн һәр тауыҡ ботоноң һөйәкле яғын фольга менән урайбыҙ.


200 градусҡа тиклем эҫетелгән духовкаға бешерергә ҡуябыҙ. Бер сәғәттән хуш еҫле, тәмле ризыҡ әҙер. Уны байрам өҫтәленә лә ҡуйырға мөмкин. Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас