Аҡ һәм ҡара икмәк составы, углеводтар миҡдары һәм дөйөм калориялылыҡ буйынса айырылмай тиерлек. Бынан тыш, ҡара икмәктә углеводтар арыш оно ҡушылыу һөҙөмтәһендә бар. Һәм бындай продукт һөҙөмтәлә әсерәк килеп сыға.
Шуға күрә продукттың бындай үҙенсәлеге ашҡаҙан кислотаһының артыҡ күп бүленеп сығыуынан интеккән кешеләргә йоғонто яһай, тип белдерә табиптар. Ҡара икмәк ҡулланыу һөҙөмтәһендә кешенең был ауырыуы киҫкенләшергә мөмкин.