Ул юғалған көндө дүрт егет Ҡариҙел йылғаһы буйлап ир кешенең кәүҙәһе ағып барыуын күрә. Был хаҡта улар яҡындағы төҙөлөш объектының һаҡсыһына әйтә. Һаҡсы үҙ сиратында Фәнил Сираевтың улына хәбәр итә.
Әлеге хәл тураһында ентеклерәк һорашып-белешер өсөн Сираевтың улы 24-30 йәш тирәһендәге, мыҡты кәүҙәле әлеге дүрт егетте эҙләй. Хәл сәғәт көндөҙгө икеләр тирәһендә Тужиловка тауы тәңгәлендә була.
Алдан яҙыуыбыҙса, Фәнил Сираев 25 октябрҙә юғала, үҙе менән аҡсаһы ла, документтары ла юҡ. Кисергән инсульттан һуң ҡатынын һәм улын ғына таный һәм һөйләшеүе лә аңлайышһыҙ. Ул йыш ҡына Н. Ковшова урамында, йылға буйында йөрөр булған.
Был осраҡ тураһында белеүселәр булһа, полицияға, ирекмәндәргә 8-966-101-02-92 номеры буйынса шылтыратыуығыҙ һорала.