Новости
3 Ноябрь 2019, 03:20

Аҡсаң ғына булһын

Яңы йылдан торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ арта.

Рәсәй Хөкүмәте төбәктәр буйынса торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙе арттырыу индексын билдәләне. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев шул хаҡтағы бойороҡҡа ҡул ҡуйған.


Тарифтар 2020 йылдың икенсе ярты йыллығында индексацияланасаҡ. Татарстанда, мәҫәлән, ул уртаса дүрт процентҡа артасаҡ. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн тарифтар Чечен Республикаһында (6,5 процентҡа), Ҡабарҙы-Балкар (5,4 процент), Дағстан (5,2 процент) һәм Ингушетияла (5,1 процент) айырыуса артасаҡ.


Шул уҡ ваҡытта Ненец автономиялы округында тарифтар – 2,4, Мурманск өлкәһе һәм Пермь крайында өсәр процентҡа ғына күтәрелер тип көтөлә.
Читайте нас