Ул Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған, оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт университетында эшләй, студенттарға белем бирә, журналистика буйынса бихисап китаптар авторы.
Соно Әбдемәмәт ҡыҙының тормош юлы күп һанлы студенттарына ла, хеҙмәттәштәренә лә өлгө, сөнки уны барыһы ла ихлас күңелле, асыҡ кеше, талантлы журналист, тоғро ҡатын һәм хәстәрлекле әсәй итеп белә. Ғөмүмән, уҡытыусы булыу – оло хеҙмәт, ҙур яуаплылыҡ, белем һәм көс талап итә. Республиканың әллә нисә быуын матбуғат хеҙмәткәрҙәрен уҡытып сығарып, оло һөнәри юлға баҫтырыуға ҙур өлөш индергән Соно Алиеваны журналистар даирәһендә белмәгән кеше юҡтыр.
Педагог әйтеүенсә, тап уҡыусылары – уның илһам сығанағы, тормошоноң йүнәлешен билдәләгән һәм һәр яҡлап үҫешергә булышлыҡ иткән этәргес тә. Ҡыҫҡаһы, һәр саҡ йылмайып торған, тирә-йүнен ыңғай энергия менән тулыландырған Сона Алиева – ҡояшлы Ҡырғыҙстандың лайыҡлы ҡыҙы, Башҡортостан өсөн бар ғүмерен һәм дәрт-дарманын бағышлаған фиҙакәр шәхес.
Соно Алиева йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнашырға өлгөрә. Ул – Башҡортостандың “Ала-Тоо” ҡырғыҙ мәҙәниәте үҙәге рәйесе, республикабыҙҙа йәшәгән ҡырғыҙ диаспораһын бергә туплаусы, проблемаларын хәл итеүсе, ҡырғыҙ телен һәм мәҙәниәтен һаҡлауға ҙур өлөш индергән кеше. Яҡташтары араһында ла лайыҡлы хөрмәт һәм ихтирам яулаған Соно Әбдемәмәт ҡыҙы.
“Ала-Тоо” ойошмаһы 2006 йылда ойошторолған, уның ағзалары республика тормошонда әүҙем ҡатнаша, күп милләтле республикабыҙҙағы татыулыҡ һәм берҙәмлек нигеҙе ҡаҡшамаһын өсөн, үҙенең рухи-мәҙәни өлөшөн индерә.