Новости
2 Ноября 2019, 09:27

Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Дүртөйлө ҡалаһында сәстәр үрә торорлоҡ фажиғә булған. 26 йәшлек ҡатын, әсә булыу ҡыуанысынан, балаһының "тояғын" йыуырға хәл иткән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Байрам оҙаҡҡа һуҙылған. Күпмелер ваҡыттан һуң әсә айныҡҡан һәм бәпесен ... буш шешәләр араһынан үле килеш табып алған.


Балаҡайҙың мәйете янында 16 буш һыра шешәһе һәм 4 кеҫә телефоны аунап ятҡан.


Криминалистар көсләп үлтереү эҙҙәрен тапмаған, әлеге ваҡытта судмедэкспертиза үлем сәбәбен асыҡлай.


Ҡатынға ҡарата "Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлтереү" статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.


Сабыйға 8 ноябрҙә ни бары бер ай тулған булыр ине.
Читайте нас