Новости
2 Ноябрь 2019, 03:55

Пешковтар беҙҙеңсә һөйләшә

Жеүәйрә Учалы районының Октябрьск ҡасабаһында тыуып үҫә. Ҡыҙға ете йәш тулғанда, ғаилә Ураҙ ауылына күсенә. Күп тә үтмәй, атаһы үлеп, өс бала етем ҡала. Бер нисә йылдан, балаларҙың бәхетенән, әсәләре бик яҡшы кешене осрата. Үҙенеке кеүек яҡын күреп тәрбиәләшә ул өсөһөн дә. Балалар ҙа уны яратып, атай тип йөрөтә.

Йыр-моңға оҫталыҡ Жеүәйрәгә әсәһенән бирелә. Бала саҡтан йырларға, бейергә әүәҫ ҡыҙҙы Өфөләге махсус музыка мәктәп-интернатына уҡырға бирәләр. Уҡыу йортонан һуң, Учалыға ҡайтып, музыка училищеһына инә. Думбыра класын уңышлы та­мамлаған йәш белгесте йүнәлтмә буйынса Баймаҡ районының Темәс ауылына эшкә ебәрәләр. Мәктәптә думбыра буйынса уҡыта башлай Жеүәйрә Наил ҡыҙы.


Шәмбе һайын Темәс йәштәре кис­тәрен клубта “танса”ға йыйылыр була. Тап шунда осрата ла инде ҡыҙ ғүмер­лек яҙмышы Сергейҙы. Оҙон буйлы, баһадир кәүҙәле рус егете саф баш­ҡортса һүҙ ҡушҡас, ҡыҙ иң башта аптырап ҡала. Һуңынан ауылда йәшәгән Пешковтар ғаиләһендә барыһының да башҡортса һөйләшеүен белә ҡыҙ.


Бер йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң йәштәр өйләнешергә була. Жеүәйрә, ауылға ҡайтып, әсәһенә рус егетенә кейәүгә сығырға йыйынғанлығын хәбәр итә. Фәнжиә апай, бүтән телдә кейәү кеше, ҡоҙа-ҡоҙағый менән нисек аралашырмын, тип ҡаршы килеп, күҙ йәшенә ирек ҡуя.


– Икенсе аҙнаһына Сергейҙы таныштырырға ауылға алып ҡайттым. Килеп инеү менән башҡортса мөләйем һүҙ ҡушып һөйләшә башлағайны, әсәйем дә, атайым да ирене лә ҡуйҙы, – тип йәш саҡтарын иҫкә төшөрә әңгәмәсем.


Пешковтар ҙа башҡорт ҡыҙын бик йылы ҡабул итә. Арина Ивановна менән Григорий Михайлович икеһе лә Темәстә тыуып үҫә. Ғаилә башлығының олатаһы Ырымбур өйәҙенән күсеп килә, уҡымышлы була, писарь булып эшләй. Пешковтар алты балаға ғүмер бүләк итә. Әйткәндәй, уларҙың би­шәүһе яҙмыштарын башҡорт милләте кешеһе менән бәйләй.


Гөрләтеп туй үткәрәләр. Ғаиләгә йәм өҫтәп, ике баһадир тыуа. Йәштәр 11 йыл Сергейҙың әсәһе менән бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәй.


– Ҡайнымды күрергә яҙманы, иртә киткән яҡты донъяларҙан, башҡортса бик матур йырлар булған. Ҡәйнәм мине үҙ ҡыҙы кеүек күрҙе, балалары­быҙҙы ҡарашты, ғаиләлә ике милләткә ҡарата ла ихтирам тойола ине, – тип хөрмәт менән иҫкә ала уларҙы Жеүәйрә Наил ҡыҙы.


2002 йылда ғаилә Учалыға күсенә. Йорт һатып алып, уны ҙурайтып, төҙөкләндереп алалар. Жеүәйрә – музыка мәктәбенә, Сергей һаҡ хеҙмәтенә эшкә урынлаша. Бөгөн Жеүәйрә Наил ҡыҙы директор йөгөн тарта. Ураҙҙа татыу, егәрле ғаилә булараҡ танылған Пешковтар. Ҡура тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп, мул тормошта йәшәй ғаилә.


Оло улдары Денис, Учалы тау техникумын тамамлап, Магнитогорскиҙа белемен камиллаштыра. Юғары уҡыу йортоноң һуңғы курсында уҡыған егет күптән түгел Айгөл исемле һылыу башҡорт ҡыҙы менән никахлашҡан.


Роман Екатеринбургта программалаусы һөнәрен үҙләштереп, урындағы предприятиела эшләй. Ошо көндәрҙә ҡулына повестка алған, һалдат һур­паһын татыу һәр ир-аттың изге бурысы тип һанай егет.


– Икебеҙ ике милләттән булһаҡ та, был тәңгәлдә бер ҡасан да бәхәс, аңлашылмаусанлыҡтар булманы. Тормошта ла, эштә лә Сергей – кәңәшсем, фекерҙәшем. Дини байрамдарҙы ла уртаҡ байрам кеүек күреп билдәләйбеҙ. Балалар ҙа ике телде лә яҡшы белә, ике милләтте лә ихтирам итә. Ғаилә шәжәрәһе, тарихыбыҙ, олатайҙары менән ҡыҙыҡһынып үҫтеләр, – ти Жеүәйрә Пешкова.
Читайте нас