Бала сағында күберәк үҙ милләте вәкилдәре – мариҙар менән генә аралашып үҫкән ҡыҙ юғары уҡыу йортона инер алдынан бер аҙ ҡаушау тойғоһо ла кисерә – башҡа милләттәр менән уртаҡ тел таба алмаҫмын, улар тарафынан аңлау булмаҫ тип ҡурҡа:
– Башҡортостанда мари милләте йәшәгәненә күп курсташтарым тәүҙә аптыраны. Халҡым тураһындағы мәғлүмәттең әҙ булыуының яҡшы яҡтары ла күп икән: мари милләте менән ҡыҙыҡһыныуҙар артты, мари халыҡ йырҙарын, мари халыҡ бейеүҙәрен күрһәтеүҙе һорайҙар, тел үҙенсәлектәре менән ҡыҙыҡһыналар.
Ирина биш йыллыҡ уҡыу барышында күп кенә башҡа милләт вәкилдәре менән таныша. “Иң яҡын әхирәттәремдең өсөһө лә – башҡорт ҡыҙы” тине ул.
Әйткәндәй, мари теленең ҡайһы бер һүҙҙәре беҙҙекенә ауаздаш икәненә иғтибар иткәнегеҙ бармы? Мәҫәлән: “Эрекан” – ирекле, “патыр” – батыр, “инянем” – инанам һәм башҡалар. Бәлки, тап ошо күренеш тә был ҡыҙҙар араһында дуҫлыҡ ебе һуҙылыуға булышлыҡ иткәндер.
Ирина Николкина тыуған Башҡортостанын, кескәй Ватаны – Мишкә районын өҙөлөп ярата, киләсәктә был ерҙәргә, милләттәштәренә, башҡа халыҡтарға файҙалы шәхес – табип булырға әҙерләнә, уларҙың тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртергә хыяллана.