Новости
1 Ноябрь 2019, 07:45

Яҙылыу кампанияһы дауам итә

2020 йылдың беренсе ярты йыллығына район гәзитенә яҙылыу кампанияһы дауам итә.

«Стәрлебаш шишмәләре» гәзитенә квитанцияны, элекке кеүек үк, почта элемтә бүлексәләрендә, клиенттар залында, хат ташыусыларҙа тултырырға мөмкин. Бер айға яҙылыу хаҡы - 171 һум 97 тин, алты айға - 1031 һум 82 тин. Гәзитте редакциянан килеп алыусыларға ул 600 һумға төшәсәк. Гәзиттең шулай уҡ электрон төрө лә бар - 6 айға 600 һум. 12 айға яҙылған гәзит уҡыусыларға ул 181 һумға арзан буласаҡ, сөнки бер йылға яҙылыу хаҡы 1883 һум 62 тин.

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Һеҙ, изге традицияны дауам итеп, район гәзитенә яҙылырһығыҙ, һәм 2020 йылда ла бергә ҡалырбыҙ тип ышанабыҙ!

Гәзит редакцияһы.
Читайте нас