Новости
31 Октябрь 2019, 09:57

ЮХХДИ идаралығында – яңы етәксе

Республиканың дәүләт инспекцияһында үҙгәрештәр булды.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан буйынса эске эштәр министры бойороғо менән ЮХХДИ идаралығының юл-патруль хеҙмәте бүлеге начальнигы вазифаһына 39 йәшлек Илдар Мунзаров тәғәйенләнде.


"Башҡортостан юлдарында граждандар хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә һеҙҙең һөнәри оҫталығыҙға һәм ныҡышмал булыуығыҙға ышаныс белдерәм", – тип уңыштар теләне ЮХХДИ идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов.


Илдар Нәҡип улы сығышы менән Шишмә районынан. Эске эштәр органдарында 2002 йылдан эшләй.
Читайте нас