Новости
31 Октябрь 2019, 09:52

Ятыр алдынан ниҙәр эшләү яҡшы?

Иртәгә көнөбөҙ шатлыҡлы һәм емешле булһын өсөн бөгөн кистән үтәй торған ғәмәлдәр бар, ти психологтар. Түбәндәге кәңәштәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ, ҡәҙерле дуҫтар. Файҙаһы тейһен!

Был көндә ниндәй яҡшы ваҡиғалар булды – шулар тураһында иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Быны ғәҙәткә индергәндә, хәтер яҡшыра, арыу онотола, үткәнгә яҡшы һығымта яһарға ярҙам итә. Үткән көндөң күңелле мәлдәрен яңынан кисерергә 10-15 минут ваҡытын бүлгән кеше уңышлы була, ти психологтар.


Алдағы көнөгөҙҙө планлаштырығыҙ. Былай итеү мотлаҡ үтәлә торған мөһим эштәрҙе онотмаҫҡа ярҙам итә, тормош та еңелләшә.


Гаджеттарҙы ситкә ҡуйып тороғоҙ. Йоҡларҙан бер-ике сәғәт алда социаль селтәрҙә ултырмаҫҡа, телефондан һөйләшмәҫкә, кино ҡарамаҫҡа кәңәш итә белгестәр. Был ваҡытты тынлыҡта үткәреү йәки яҡындарығыҙ менән аралашыу яҡшы – шул саҡта аңығыҙ үҫеш өсөн яңы идеялар ебәрер.


Стрестан ҡотолорға тырышығыҙ. Бының өсөн йылы ванна ҡабул итергә, саф һауала йөрөп инергә мөмкин. Һеҙҙең бурыс көндөҙгө ығы-зығыны онотоу.


Киләсәгегеҙҙе нисек күҙ алдына баҫтыраһығыҙ, был тормошта һеҙгә иң мөһиме һәм ҡәҙерлеһе нимә – шулар тураһында уйлағыҙ. Бындай фәлсәфәүи уйланыуҙар алдағыны тағы ла нығыраҡ яҡшыртырға ярҙам итер.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас