Новости
31 Октябрь 2019, 09:56

Француз ризығы – жюльен

Ҡайһы саҡта ниндәйҙер ят ризыҡ бешереп ҡарағы, ашағы килә. Бигерәк тә ял көндәрендә яҡындарыңды үҙеңдең кулинариялағы һәләттәрең менән ҡыуандырып алыу күңелле.

Был аҙнала беҙҙе оҙайлы ял, байрам көндәре көтә. Һеҙҙең иғтибарға беҙҙең халыҡ өсөн ятыраҡ булған ризыҡ – жюльен тәҡдим итәбеҙ. Рецебын һаҡлап ҡуйып, мотлаҡ бешереп ҡарағыҙ! Тәмле, хуш еҫле һәм туҡлыҡлы ризыҡ ул француздарҙың жюльены.


Бының өсөн беҙгә: тауыҡтың түш ите – 500 грамм; бәшмәк (шампаньон) – 300 грамм; һуған – 1 штук; ҡаты сыр – 100 грамм; ҡаймаҡ – 250 грамм; он – 1 аш ҡалағы; аҡ май – 40 грамм; мөшкәт сәтләүеге бер семтем, самалап тоҙ, борос кәрәк.


Тауыҡтың түш итен тоҙло һыуҙа бешерәбеҙ ҙә ваҡлап турайбыҙ. Бәшмәкте һыуыҡ һыуҙа йыуып ваҡлайбыҙ, туралған һуған ҡушабыҙ. Сырҙы эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ.


Артабан табала аҡ майҙа һуғанды ҡыҙҙырабыҙ. Өҫтөнә ваҡланған бәшмәк һалып, һыуы бөткәнсе болғап, бешереп алабыҙ. Бешкән бәшмәккә тауыҡ ите, ҡаймаҡ ҡушып, он, тоҙ, борос, мөшкәт сәтләүеге өҫтәп, ике минут талғын утта тотабыҙ. Өҫтөнә сыр һибеп, 20 минутҡа 180 градуслыҡ мейескә ҡуябыҙ. Ризыҡ өҫтәлгә эҫе килеш бирелә.
Читайте нас