Көҙгө каникул алдынан мәктәптә уҡыусы менән уҡытыусы араһында аңлашылмаусанлыҡ тыуа. Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова Фейсбуктағы үҙенең битендә ошо ваҡиғаға ҡарашын белдергән.
Юғары класс уҡыусыһы уҡытыусыһы менән бәхәстән һуң ғәҙелһеҙлеккә түҙмәй, үҙен яҡлауҙы һорап, “Инцидент” системаһына хат яҙа. Асыҡланыуынса, был хәлгә тиклем дә улар араһында ҡытыршылыҡтар булған. Каникулдар алдынан уҡытыусы контроль эште насар эшләгәндәргә класты йыйыштырырға ҡушҡан. Ләкин Дима быны ғәҙелһеҙлек тип иҫәпләй һәм үҙенең фекерен уҡытыусыға еткерә.
Һүҙ артынан һүҙ сығып, бәхәс ҡыҙа һәм уҡытыусы башҡалар алдында үҫмерҙе рәнйетерлек һүҙҙәр әйтә. Бынан һуң уҡыусы ишекте шартлатып ябып сығып китә һәм күңелһеҙ хәлде кисерә алмай, йөрәгенән үткәреп, Башлыҡҡа хат яҙырға ултыра...
Мөрәжәғәтте власть ишетте. Балалар омбудсмены мәктәптә булып, уҡыусы, уның әсәһе, уҡытыусы, социаль педагог менән һөйләште. Мөнәсәбәттәр яйға һалынды, ти Милана Скоробогатова, әммә ваҡиғаны ул күҙ уңынан ысҡындырмаясаҡ.Башҡортостан гәзитенән.