“Быйыл конкурста ҡатнашыусыларҙың географияһы бик киң. Айырыуса Татарстан, Ярославль, Ульяновск, Свердловск өлкәләре һәм Пермь крайы музейҙары әүҙемлек күрһәтте. Төркөм менән ил гиҙеүгә һәр ваҡыт ҡыҙыҡһыныу ҙур була. Быйыл да был номинацияға 57 кеше дәғүә итеп, шуларҙың 15-е еңеүгә өлгәште”, – ти ул.
Әйткәндәй, был Сибай тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейының Рәсәй күләмендә үткән ярыштарҙа тәүге еңеүе түгел. Әлегә тиклем дә улар төрлө конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындарға лайыҡ булғайны.Башҡортостан гәзитенән.