Иғтисамова Лира Заҡуан ҡыҙы 1977 йылдың 15 июнендә Туймазы ҡалаһында тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы аспирантураһын, Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1999 йылда республиканың Иҡтисад һәм монополияға ҡаршы сәйәсәт министрлығында башлай. Унда 1 категориялы белгес, әйҙәүсе белгес булып эшләй.
2002 – 2005 йылдар – иҡтисадсы, "Исмерита" күсемһеҙ милек үҙәге" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә баш иҡтисадсы.
2005 – 2011 йылдар – баш белгес, әйҙәүсе консультант, баш консультант, кәңәшсе, Башҡортостан Президенты хакимиәтендә бүлек мөдире.
2012 – 2018 йылдар – республиканың финанс министры урынбаҫары.
2018 – 2019 йылдар – республиканың финанс министры вазифаһын башҡарыусы.
Ул – Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы.