Новости
30 Октябрь 2019, 13:42

"Күрешкәндә керпектәрен төшөрә..."

Башҡортостандың халыҡ артисы Ришат Төхвәтуллиндың Ҡазанда дүрт көн буйы барған концерттары ҙур аншлаг менән үткәне, билеттар етмәй ҡалғаны тураһында социаль селтәрҙәрҙә күп яҙалар. Ҡайһы берҙәр яҡшы урындарға эләккән билеттарын һатып, аҡса ла эшләгән хатта.

Артистың концерты милли рухта башланып китеүе, моңло тауышы менән, аҡ микрофонын тотоп залды моң донъяһына алып инеүе тураһында ла һоҡланып хәбәр итә тамашасылар.

Йырсы яңы йырҙары менән дә һөйөндөргән, шулай уҡ репертуарҙан төшөп ҡалғандарын да иҫкә алып үткән. Күп кенә фанаттарын ҡыҙыҡһындырған һорауға ла ҡағылған Ришат. Был, әлбиттә, өйләнеү мәсьәләһе.


Йырсының әйтеүенсә, ул әле күңеленә хуш килерҙәй ҡыҙ тапмаған. Был яуап нисектер күңелдә шик уята. Фанаттар бер аҙ тынысланһын тип, ул үҙенә ниндәй ҡыҙ эҙләүен әйтергә булған, күрәһең, шуға яуап итеп “Тыйнаҡ ҡыҙ” тигән йырын башҡарған концертында.


Күрешкәндә керпектәрен төшөрә,

Ҡараштарын кинәт ситкә күсерә,

Һөйләшкәндә биттәренә ал тула.

Эх, ҡыҙҙар, йөрәктәр бит шундай ҡыҙға тартыла.


Хәтерләһәгеҙ, йәй Ришаттың Инстаграмында “Аҡҡоштар мөхәббәте” йырына конкурс ойошторолғайны, уның еңеүселәре концертта сығыш яһаясаҡ тип иғлан ителгәйне. Сәхнәлә, ысынлап та, еңеүселәрҙең береһе йырлаған.


Концертта йәш йырсы Әлиә Ҡарасурина үҙенең йырҙары менән һөйөндөргән. “Ришаттың бейеүселәре лә күҙ яуын алырлыҡ, улар сәхнәгә сыҡҡас, иҙәндәр һелкенеп торҙо” тип яҙған Инстаграмда йырсының тамашасылары.


Ҡасан ғына кәләшле булырһың инде, Ришат, күпме мөмкин ҡыҙҙарҙың күңелен иләҫләндерергә!https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/k-reshk-nd-kerpekt-ren-t-sh-r-/
Читайте нас