Новости
30 Октябрь 2019, 13:38

“Үҫеш нөктәһе” үҫешкә өндәй

Башҡортостанда “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә “Үҫеш нөктәһе” теүәл фәндәр һәм гуманитар профилдәрҙең 133 мәғариф үҙәген асыу маҡсатында федераль бюджеттан 208,5 миллион һум бүленгән.

2024 йылға тиклем республикала 798 “Үҫеш нөктәһе” мәғариф үҙәктәре булдырыласаҡ. Улар ауыл ерендәге һәм ҡалаларҙағы белем биреү ойошмалары базаһында булып, унда 350 мең самаһы бала йәлеп ителәсәк.


“Заманса мәктәп” проекты сиктәрендә теүәл, шулай уҡ гуманитар профилдәрҙең төп һәм өҫтәмә белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу маҡсатында, ауыл ерендә, бәләкәй ҡалаларҙа “Технология” предметы өлкәһендә генә түгел, башҡа предметтарҙың да эстәлеген, уҡытыу алымдарын, матди-техник базаһын яңыртыу планға индерелгән.


Проект, бынан тыш, “Кванториум” технопаркы, урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорттары, иҡтисад секторы предприятиелары базаһында уҡытыусыларҙың, шулай уҡ уҡытыу сифатын баһалау өлкәһендәге педагогтарҙың квалифи­кацияһын камиллаштырыуҙы ла үҙ эсенә ала. Ул “Мәғариф” дөйөм дәүләт проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә эшләнгән һәм белем биреү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.


Краснокама районында, мәҫәлән, был проектта быйыл өс мәктәп ҡатнаша. 2024 йылға тиклем райондың тағы 13 мәктәбе “Үҫеш нөктәһе” башланғысына инәсәк. Николо-Берёзовка мәктәбендә лә “Үҫеш нөктәһе”нә ярашлы кабинеттар асылған.

Проектты тормошҡа ашырыу өсөн районға биш миллион һум аҡса бүленеп, һәр мәктәпкә 1,6 миллион һум тирәһе йүнәлтелә. Өҫтәп кабинеттарҙы ремонтлауға район бюджетынан тағы 400 мең һум аҡса бүленгән. Был сумма информатика, технология, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм проект эшмәкәрлеге кабинеттарына йүнәлтелә. Мәктәпкә принтерҙар, конструкторҙар, елемле пистолеттар, дрелдәр, электр бысҡылары, күп функциялы инструменттар, виртуаль системалар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр килгән дә инде.


– Бөгөн уҡыусылар дәрестән һуң буш ваҡытын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған кабинеттарҙа үткәрә, оҫтаханаларҙа шөғөлләнә, – ти мәктәп директоры Ольга Соломенникова. – Балалар хәҙер рәхәтләнеп яңы ҡоралдарҙы өйрәнә, виртуаль системаны үҙләштерә. Киләсәктә, бәлки, улар араһынан шахмат буйынса гроссмейстерҙар, күренекле программалаусылар үҫеп сығыр, тип өмөтләнергә генә ҡала, ә бының өсөн бөтә шарттар етерлек.


Был проектҡа ингән кабинеттарға заманса ремонт үткәрелгән. Мәҫәлән, проект эшмәкәр­леге кабинетында балалар конструкторҙарҙың күплегенә хайран ҡалған. Берәүҙәр виртуаль шлемдарҙы кейеп ҡараһа, бәғзеләр шахмат уйнап, баштарын эшләтә. Ошонда уҡ психологик таҙарыныу мөйөшө булдырылған. Информатика кабинеты иһә 3D принтерҙар, квадрокоптерҙар менән йыһазландырылған.

Читайте нас