Новости
30 Октябрь 2019, 13:30

Еңел аҡсаны бөтәһе лә ярата, тик...

Туймазы районының Үрге Бишенде ауылынан 28 йәшлек егет, бысаҡ менән ҡоралланып, Туймазы ҡалаһының Ленин урамында урынлашҡан микрозайм офисына баҫып инә.

Ул офис хеҙмәткәрен ҡурҡытып, кассанан 30 мең һум аҡса ала һәм енәйәт урынынан тиҙ генә ҡаса. Әлбиттә, кассир был турала полиция хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итә. Ваҡиға урынына килгән хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре видео яҙманы ала, уғры-баҫыусының йөҙө йүнләп күренмәһә лә, яҙмала уның тауышы яҙылған була.


Полиция хеҙмәткәрҙәренең һөҙөмтәле эш алып барыуы арҡаһында уғры ҡулға алына. Ул быға тиклем бер нисә тапҡыр иркенән мәхрүм ителгән кеше булып сыға. Тотҡан ваҡытта егет полициянан ҡасырға маташа.


Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныған, әле уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү бара.
Читайте нас