Яратҡан уҡытыусыларының эштән китеүе тураһындағы хәбәрҙе ишеткән йәштәр, директор кабинеты янында йыйылып, был хәлдең сәбәбен асыҡларға теләгән. Әммә ”Беҙ Әлиә Әхмәт ҡыҙының эштән китеүенә юл ҡуймаясаҡбыҙ”, - тип тауыш күтәреүҙәренә яуап булмаған. Директор студенттар менән һөйләшергә теләмәгән.
Студенттарҙың фекеренсә, Әсмәндийәрованы эштән сығарыу 7 октябрҙә урманда 17 йәшлек үҫмерҙең кәүҙәһе табылыу менән бәйле. Үлем сәбәбе – елем еҫкәү менән ағыуланыу.
- Бөтә бәләне беҙҙең тәрбиәсегә япһарҙылар ҙа ҡуйҙылар. Уны статья буйынса эштән алалар, был –дөрөҫ түгел,- ти колледжда уҡыусылар. - Ә ул һәр ваҡыт беҙгә ярҙам итте, яҡланы.
Был сетерекле хәл нисек тамамланыр – әлегә билдәһеҙ.