Әлеге көндә махсус зарараһыҙландырыу талап ителгән сүпте йыйыу мәсьәләһен хәл иткән ҡануниәттең акттары булмауы хәлде ҡатмарлаштыра . Беҙҙең республикала терегөмөшлө лампалар һәм батарейкалар йыйып, уны эшкәрткән «ЭкоСервис» үҙенең эшмәкәрлеген туҡтатҡан. Ҡурҡыныс һәм зарарлы ҡалдыҡтар бер ҡайҙа ла сортировкаланмай. Республикала йылына 90-120 тонна батарейка һәм терегөмөшлө ҡалдыҡтар йыйылыуын иҫәпкә алғанда, был ҙур проблема.
http://www.ye02.ru/online/20024-batarejkalary-djm-splekk-tashlaramy-inde.html