Һаулығын ҡайғыртыусылар был химик препараттарҙы һәр саҡ ҡул аҫтында булған аш һеркәһе менән алмаштыра ала: осһоҙға ла төшөр, таҙараҡ та булыр. Биш процентлы уксусты ҡулланып йыуынып-йышынғанда бөтә төр микробты үлтерергә мөмкин икән. Ул шулай уҡ төрлө вирус, күгәреү менән дә көрәшә.
Аш һеркәһенең төп ингредиенты – уксус кислотаһы – бик көслө дизенфектор булып тора. Ул шигелла, эсәк таяҡсаларын, сальмонелла бактерияларын юҡ итә.
Кем аллергиянан ыҙалай, улар өсөн уксус бигерәк ҙур ярҙамсы, сөнки ул саң бөрсәһе эшкәртеп сығарған аллергендарҙы нейтралләштерә.
Аш һеркәһенең биш процентлыһын ҡулланыу яҡшы, сөнки унда бүтән ҡушылмалар әҙ. Уны һыуға һалып, аш, йыуыныу бүлмәләрен һөртөп торһаң, насар еҫ бөтөр, стеналарҙы күгәреүҙән, шыйғалаҡланыуҙан һаҡлар. Уның менән шулай уҡ тәҙрә йыуырға, металл әйберҙәрҙе таҙаларға мөмкин. Йәшелсә, емеш-еләкте йыуғанда ҡулланырға, сәсте сайҡатырға була.
Тик күҙҙәрегеҙгә сәсрәүҙән, ҡул тирегеҙҙе ашауҙан һаҡ булығыҙ, бирсәткә кейергә онотмағыҙ.Башҡортостан гәзитенән.