Мәғлүм булынса балаларҙың ата-әсәһе күптән уртаҡ тел таба алмаған. Ир вахтанан ҡайтҡас, был юлы тағы ла иреш-талаш сыҡҡан. Иртән иһә, таңғы сәғәт биш тирәһендә, ир балаларын йыйған да, йөрөп киләм, тип сығып киткән.
Яҡындары юғалыу хаҡында ҡатын шул уҡ көндә, 26 октябрҙә, полицияға хәбәр иткән. Әлегә тиклем уларҙың ҡайҙалығы билдәһеҙ.