Новости
29 Октябрь 2019, 11:57

Балаң тартамы? Штраф түләйәсәкһең!

Рәсәйҙә бәлиғ булмаған балалары тәмәке тартҡан өсөн ата-әсәләргә штраф һала башлауҙары ихтимал. “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенә ҡарағанда, Рәсәй Хөкүмәтендә шундай закон әҙерләйҙәр. Ул тәмәке тартҡан үҫмерҙәрҙең ата-әсәләренән тыш, башҡа законлы вәкилдәренә лә ҡағыла.

Әлеге тәҡдимде Эске эштәр министрлығы индергән. Рәсәй Федерацияһының ошо министрлығы сайтында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышынан протокол мәғлүмәттәре ошо хаҡта һөйләй, тип хәбәр итә агентлыҡ. Тәмәке тартҡан балаларҙың ата-әсәһенә һалынған штраф күләме аныҡланмай. Фәҡәт, проектҡа ярашлы, тәүҙә иҫкәртеү яһау, шунан һуң штраф, был да ярҙам итмәгәндә бер нисә тәүлеккә ҡулға алыу тураһында һүҙ бара.


Балалары тәмәке тартҡан өсөн ата-әсәләргә яза биреүҙе күҙ уңында тотҡан закон проекттары бер нисә тапҡыр Дәүләт Думаһына ҡарауға индерелһә лә, Хөкүмәттә хуплау тапманы һәм проект авторҙарына ҡайтарылды.


Бер ҡараһаң, ғәҙел түгел дә һымаҡ: бала ҡайҙалыр йәшереп (йәки асыҡтан-асыҡ) тәмәке тартып йөрөгән өсөн ата-әсә ғәйеплеме инде? Әммә, икенсе яҡтан, уның был алама ғәҙәтен нисек ташлатырға? Бәлиғ булмаҫ элек үк тәмәке көйрәтә башлағас, артабан ул туҡтай алмаясаҡ, әле өлгөрөп етмәгән организм һуңыраҡ ни эшләр?


Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекста был ҡағиҙә 2021 йылда ғәмәлгә инергә мөмкин. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә үҫмерҙәрҙең 15 проценты тарта, ә ун йыл элек был күрһәткес 12 процентҡа тиң булған икән. Элегерәк “атаһы һәм әсәһе тартмаһа, балалары ла был ғәҙәткә өйрәнмәйәсәк” тигән фекер ҡалыплашҡайны, хәҙер ул хәҡиҡәткә тап килмәй: бөгөн бик йыш ҡына ата-әсәнең тормошо балалары өсөн өлгө булып тормай. Наркология буйынса милли үҙәк һәм Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Наркотиктар һәм енәйәтселек буйынса идаралығы делегацияһы үткәргән тикшереү бөтөнләй башҡа һандарҙы күрһәтә: анкета аша биргән яуаптарҙа 15-16 йәшлек мәктәп уҡыусылары араһында малайҙарҙың – 37 һәм ҡыҙҙарҙың 22 проценты көн һайын тартыуын таныған! Күрәһең, был тәңгәлдә хатта аныҡ һандар ҙа билдәле түгел. Хәйер, урамда тәмәке көйрәткән үҫмерҙәрҙең йыш осрауын былай ҙа күреп торабыҙ.


Өлкәнәйә башлағас, бындай үҫмерҙәрҙең һаны тағы ла арта төшә: шул уҡ сығанаҡтар раҫлауынса, Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарындағы студенттар араһында тәмәке тартҡан егеттәр – 75, ә ҡыҙҙар 55 процентҡа етә.


– Бөтә проблемалар араһында иң ҡурҡытҡаны – үҫеп килгән быуында тәмәке тартыусыларҙың арта барыуы, – ти Халыҡ-ара ҡулланыусылар йәмғиәте конфедерацияһының идара рәйесе Дмитрий Янин “Комсомольская правда” гәзитенә биргән интервьюһында. – Рәсәй был насар исемлектә иң юғары урынға менде, йәғни тәмәке тартҡан үҫмерҙәр һаны буйынса беренсе урынға сыҡтыҡ... Ә бит тәмәке ғүмер оҙайлығын ҡыҫҡартҡан шарттар араһында беренсе тора. Шул уҡ ваҡытта насар экология, мәҫәлән, өсөнсө урында ғына, иҫерткес эсемлектәр – бишенсе.


Был закон ҡабул ителгән хәлдә лә, уның үтәлеше ҡатмарлыҡтар тыуҙырмай ҡалмаясаҡ. Оло кешегә тыйылған урында (мәктәп йәки дауахана эргәһендә, балалар майҙансығында, транспорт туҡталышында һәм башҡа ерҙә) тәмәке тартҡаны өсөн полицейскийҙар протокол төҙөй һәм штраф һалырға мөмкин. Балалар уйын биләмәһендә тартып торған өсөн бәлиғ булғандар 2-3 мең һум, ә ҡалған урындарҙа 500 һумдан алып мең ярым һумғаса штраф түләй.


Ә бәлиғ булмаған үҫмерҙе ошондай шөғөл менән булашҡанында туҡтатып, полиция уның исем-шәрифен һәм ата-әсәһенең шәхесен асыҡларға тейеш. Әгәр ҙә бала бындай мәғлүмәтте бирмәһә, уны һис тә мәжбүр итергә ярамай. Бала хоҡуҡтары бик һәйбәт һаҡлана, шуға күрә хоҡуҡ һаҡсыларының, “бәләһенән баш-аяҡ” тип, тартҡан баланы күрмәмешкә һалышыуы ла бик ихтимал.


Ҡайһы бер белгестәр ышандырыуынса, балаларҙың тәмәке тартыуына ҡаршы көрәштәге иң йоғонтоло ысул – тәмәкегә хаҡты байтаҡҡа күтәреү. Әле иң арзан ҡап 80 һум ғына тора, быны, әлбиттә, үҫмерҙәрҙең һатып алырға хәленән килә.
Читайте нас