Бер көн кәйеф-сафа ҡорғандан һуң ғәйепләнеүсе ир ҡустыһын һөйләшеүгә саҡыра һәм элекке ҡатыны менән мөнәсәбәттә булыуҙа ғәйепләй. Асыҡланыуынса, ул төрмәлә ултырған ваҡытта туғаны, ысынлап та, еңгәһе менән йәшәгән икән.
Йәне көйгән ир ҡулына боҙ ватҡысты эләктереп, ҡустыһының башына һуға. Унан тағы ла ярһып китеп, иҫһеҙ йығылған туғанының кәүҙәһен тураҡлай һәм йылғаға ырғыта.
Эҙһеҙ юғалған кешене бер ай эҙләйҙәр, әммә таба алмайҙар. Аҙаҡ был ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Туғанын үлтергән ирҙе дүрт йыл да һигеҙ айға төрмәгә япҡандар.