Бер кем менән дә бутап булмаған иң киткес моңло, көслө тауышлы йырсы, композитор Насип Кучаев хаҡында был һүҙҙәр. Үткән быуаттың 90-сы йылдары аҙағында уның йондоҙо Башҡортостан эстрадаһында сағыу, яҡты булып кинәт балҡыны ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һүнеп ҡалды...
Насип Кучаев 1960 йылда Ырымбур өлкәһенең Красногвардейский районы Яңы Юлдаш ауылында тыуған. Куйбышев ҡалаһында эстрада-тынлы уйын ҡоралдары бүлеген тамамлағандан һуң тыуған яғына ҡайтҡан, Ырымбур филармонияһында эшләгән.
1990 йылда "Үзбәкконцерт" (Ташкент ҡалаһы) ойошмаһының "Ҡурай" башҡорт-татар төркөмөндә хеҙмәт юлын дауам иткән. СССР тарҡалғандан һуң, Кучаевтар ғаиләһен яҙмыш елдәре Ҡаҙағстанға ташлаған. Насип Нәжип улы хәрби эстрада-джаз оркестрында солист һәм саксофонсы булған. Ул үҙе – күп йырҙар авторы, композитор, йырсы, мультиинструменталист та.
Ниһайәт, 1994 йылда Кучаевтар Башҡортостанға, Бөрө ҡалаһына ҡайтып төпләнә. Урындағы мәҙәниәт йортонда ул художество етәксеһе булып эш башлай, “Наир” музыкаль төркөмөн ойоштора, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнаша һәм иң мөһиме – илһамланып ижад итә. Ике аудиоальбом сығарып өлгөрә.
1999 йылда Кучаевтар Өфөгә күсә, бында уға тағы ла киңерәк ижади мөмкинлектәр асыла. 2001 йылдың 12 апрелендә баш ҡалала ҙур концерт ойоштора, тамашасылар уны яратҡанын, көткәнен күрә. Киләсәккә ҙур пландар ҡороп йәшәп ятҡанда, аяныслы яҙмыш үҙенсә хәл итә: 41 генә йәшендә моңло тауышлы, талантлы милләттәшебеҙ вафат була...
Шуныһы ҡыуаныслы: Насип Кучаевтың ижади юлын ҡыҙы Сабина дауам итә. Ул – беҙҙең бөгөнгө башҡорт эстрадаһының яҡты йондоҙсоғо, үҙ юлы-йүнәлеше булған ижадсыларҙан. Ижад юлын өс йәштә атаһы ярҙамында башлаған, республика, Рәсәй кимәлендәге төрлө бәйгеләрҙең лауреаты булған. Сабина төрлө телдәрҙә һөйләшә, джаз, соул, фанк, йүнәлешендәге йырҙар тыңлай, каверҙар яҙҙыра, психология менән мауыға, укулелдә (гитара төрө) уйнай.