Новости
28 Октябрь 2019, 08:51

Игеҙәктәр тағы алдашҡан

Айҙар һәм Алмас Юнысовтар - республикабыҙҙың иң һәләтле йырсылары, композиторҙары, баянсыларының береһе... Ҡыҫҡаһы, игеҙәктәрҙең шөғөлдәре күп.

Тормош булғас, төрлө хәлдәр сығып тора. Шуға ҡайһы ваҡыт алдашырға ла тура килә игеҙәктәргә.


"Бер ваҡыт Алмас дауаханаға эләкте, - ти Айҙар - Әммә уға бик мөһим сарала ҡатнашырға кәрәк ине, бармай ҡалыу мөмкин түгел. Алмас менән һөйләштек тә уның урынына палатаға мин инеп яттым. Бер ваҡыт шәфҡәт туташы палатаға инеп, процедуралар бүлмәһенә саҡырҙы. Ауырымаған килеш укол ҡаҙатмаҫ өсөн ниндәй генә хәйлә уйларға тырышһам да, килеп сыҡманы. Алмасға тейешле уколды миңә ҡаҙап сығарып ебәрҙеләр".
Читайте нас