Новости
28 Октябрь 2019, 08:58

Эй балаҡай...

Кушнаренко районының баҡса өйөндә ҡыҙ баланың үле кәүҙәһе табылған.

26 октябрҙә иртәнге ундарҙа үрҙә аталған районға ҡараған "Якорь" баҡсасылыҡ ширҡәтендәге бер өйҙә янғын була. Уны һүндерергә дүрт берәмек техника, һигеҙ янғын һағы хеҙмәткәре килеп етеп, тиҙ арала "ҡыҙыл әтәс" те ауыҙлыҡлай. Утты һүндергәндән һуң 9 йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһе лә табыла.


Аҙаҡ асыҡланыуынса, баҡса өйөндә 59 йәшлек ир йәшәй. Уға 47 йәшлек ҡатын 9 йәшлек ҡыҙы менән әленән-әле килеп йөрөй. Был юлы әсә менән ҡыҙ өйҙә ҡала, ә ир Өфөгә ике тәүлеккә эшкә киткән була.


Янғын сығыуҙың ике төрлө фаразы тикшерелә: өйҙәге мейесте дөрөҫ ҡулланмау йәки электр үткәргесенең боҙоҡ булыуы. Белгестәр асыҡлар, сәбәбе беленер, тик баланы ғына кире ҡайтарып булмай...
Читайте нас