Новости
28 Октябрь 2019, 11:09

Һамар һылыуы, үәт, өҙҙөрә баҫа!

Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә лә ҡыҙыу барған башҡорт бейеүе флешмобына Һамар һылыуы Алзирә Заһиҙуллина ла ҡушылды.

Иҫ киткес сибәр, һомғол милләттәшебеҙ күрше Һамар өлкәһенең Большечерниговский районы Диңгеҙбай ауылында, Гөлфирә һәм Ниғмәтулла Заһиҙуллиндарҙың матур ғаиләһендә тыуып үҫкән. Эйе, һеҙ яңылышманығыҙ: билдәле башҡорт яҙыусыһы Рәшит Ниғмәтиҙең ауылдашы ул! Һамар ҡалаһында финанс-иҡтисади колледжда белем алған, әммә үҙен белә-белгәндән бейеү яратҡанға күрә урындағы “Ләйсән” башҡорт бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнгән (етәксеһе – Рауҙа Шәймәрҙәнова).


“Беҙҙең Һамар өлкәһенә туғыҙ меңдән ашыу аҫаба башҡорт йәшәй, бик татыубыҙ һәм берҙәмбеҙ. Башҡортостандан алыҫ булһаҡ та, телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, традицияларыбыҙҙы хөрмәт итәбеҙ, һаҡлайбыҙ. Ғөмүмән, башҡорт рухы күңелемде йылытыусы ла, дәрт-дарман, илһам биреүсе төп этәргестәрҙең береһе лә”, – ти Алзирә.


Бала саҡтан бейеүһеҙ йәшәй алмаған һәләтле ҡыҙ “Байыҡ” конкурсында ҡатнашҡан, башҡа рухи-мәҙәни сараларҙың уртаһында ла ҡайнаған. 2018 йылда Өфөгә күсеп килгән һәм хореография өлкәһендә камиллашыу юлдарын эҙләй башлаған. Бер ваҡыт һәләтле яҡташыбыҙ Зәйнетдиндең ижади төркөмөнә бейеүсе эҙләгәндәрен күреп, кастингка барған... һәм бөгөн ул этно-йырсы менән бергә эшләй, гастролдәргә сыға.


Әле иһә Алзирә түҙмәгән, популяр флешмобта көсөн һынап ҡарарға ниәтләгән һәм баш ҡалабыҙҙың бөтөнлөй көтөлмәгән урындарында башҡорт бейеүен бейегән видеояҙма төшөргән.


Һамар ҡыҙы Алзирәнең ҡыйыулығына һәм һәләтенә һоҡланмайынса сара юҡ!
Читайте нас