Сара тотош илдә барған һаҡлыҡ аҙналығы сиктәрендә үтә һәм халыҡтың финанс белемен камиллаштырыуға йүнәлтелгән.
Туплау бер, ә бына дөрөҫ сарыф итеү тағы ауырыраҡ мәсьәлә. Балалар хәҙер аҡса менән күпкә иртәрәк ҡуллана башлай, әммә был уларҙың аҡса тота белә тигәнен аңлатмай. Финанс фестивале тап ошо етешһеҙлекте хәл итеү маҡсатында ойошторолған да инде.
Интерактив викториналар, иҡтисади уйындар, йәнһүрәттәр. Барыһы ла балаларҙың финанс белемен камиллаштырыуға йүнәлтелгән. Берәүҙәр аҡсаларҙан сәскәләр гөлләмәһе бәйләһә, икенселәр был ваҡытта купюраларҙың ялғанлығын тикшерҙе. Балалар ата-әсәй биргән аҡсаны сарыф итә белеү генә түгел, уның ҡайҙан һәм ниндәй көс менән табылғанын да белергә тейеш, ти өлкәндәр
Аҡса иҫәп ярата.Һәм был йәһәттән аңлы булыу өсөн юғары уҡыу йорттары тамамлау ҙа кәрәкмәй. Ғәҙәти шутты белеү, аҡса эшенә иғтибарлыраҡ булыу ҙа етә. Юғиһә финанс белеме булмағандарҙы хәүеф һағалап ҡына тора.
Вкладтар, кредит алыуҙар, ипотека, коммуналь түләүҙәр. Ҡайҙы ғына барһаң да хәҙер эш аҡсаға төртөлә. Әйткәндәй, нимә өсөн түләгәнеңде, ҡулланған өсөн генә аҡса күсергәнеңде белеү, иҫәптә тотоу ҙа иҡтисади өлгөргәнлек билгеһе.