Новости
25 Октябрь 2019, 07:00

Тәмәке тартыу - янғын сығыуға сәбәп

Тәмәке тартҡанда һаҡһыҙ эш итеү - торлаҡ йорттарҙа, шулай уҡ производствола сыҡҡан янғындарҙың киң таралған сәбәптәренең береһе булып тора.

Хоҡуҡ боҙоуҙарҙың иң таралғандарының береһе - йоҡо урынында ятҡан килеш тәмәке тартыу. Әммә шундай осраҡтар ҙа була, кешеләр, тәмәке тартҡанда шырпыны һәм тәмәке төпсөгөн ҡайҙа етте шунда ырғыта, уларҙың ағастан яһалған әйберҙәргә, ут эләккәс тә тиҙ тоҡанып китеүсән материалдар йәнәшәһенә ҡуялар, тыйылған урындарҙа тәмәке көйрәтәләр. Материалдарҙың быҫҡып ятыу ваҡыты әйберҙең күләменә һәм ҡыҙып китеүенә бәйле рәүештә бер сәғәттән дүрт сәғәткә тиклем булыуы мөмкин. Ағас сүбенә ташланған тәмәке төпсөгө быҫҡып тора, ә ҡағыҙ, бесән йәки һаламға ырғытылғаны уларҙың тоҡанып китеүенә килтерәсәк.

Кесе йәштәге тәмәке тартыусылар аулаҡ урындарҙы һайлай, көтмәгәндә өлкәндәр килеп сыҡҡан осраҡта улар үҙҙәренең ярамаған ғәмәлдәрен күрһәтмәҫкә тырышып, һүндерелмәгән тәмәкене ташлай һәм бының менән янғын сығыу хәүефен арттыра.

Шулай итеп, тәмәке тартыу зыянлы ғына түгел, шулай уҡ ҡурҡыныс һәм яман ғәҙәт.

Тәмәкене тиҙ янып китеүсән әйберҙәр булған урындарҙан ситтә генә тартырға кәрәк. Ә инде өйҙә, йоҡо урынында тәмәке көйрәтеүҙең ниндәй аяныс хәлдәргә килтереүен әйтеп тораһы ла түгел. Ғәҙәттән тыш хәл булғанда 01, кеҫә телефонынан 101, 112 номерҙары буйынса шылтыратығыҙ.


Владимир ГАВРИЛОВ,

Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитетының Янғынға ҡаршы хеҙмәттең янғындарҙы иҫкәртеү хеҙмәте үҙәге инженеры.
Читайте нас