Новости
25 Октябрь 2019, 03:30

Шәкәргә ҡытлыҡ булмаҫ

Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу дауам итә. Республикабыҙҙың Ауыл хужалығы министрлығынан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, быйыл мул уңыш көтөлә, көндәрҙең аяҙ тороуы эште еңеләйтә.

Шишмә районының хужалыҡтарында ла эштәр планға ярашлы бара, Шишмә шәкәр заводы сеймалды ҡабул итеүҙе яҡшы ойошторған. Иртәнге сәғәт 8 генә булыуға ҡарамаҫтан, уның алдында һыу буйы сират хасил була.
Читайте нас