Ҡот осҡос һандар! Нимә йәшәргә бирмәй һуң ул беҙҙең балаларға?
Бәлиғ булмай үҙенә ҡул һалғандарҙың 93 проценты мәктәптәрҙә һәм техникумдарҙа белем алған, күпселеге бәләкәй ауылдарҙа һәм инфраструктураһы үҫешмәгән ҙур булмаған район үҙәктәрендә йәшәгән. Уларҙың уҡыуҙан башҡа хоббиһы йәки башҡа шөғөлдәре булмаған. Әлеге лә баяғы статистика буйынса, ҡыҙҙар был турала йышыраҡ уйлана, тик күптәре уйын аҙағына тиклем алып барып еткермәй. Шуға күрә үҙ-үҙенә ҡул һалған малайҙар өс тапҡырға күберәк.
Тәфтишселәр бының өс төп сәбәбен атаны: бәхетһеҙ мөхәббәт, өлкәндәр менән низағ, гиперопека йәки, киреһенсә, ата-әсәнең битарафлығы.
Низағтарҙан тыш, балалар иғтибар етмәүҙән, уның тормошо менән ҡыҙыҡһынмауҙан да был ҡурҡыныс аҙымға барырға йөрьәт итә. Тик юғарыла билдәләнеүенсә, ата-әсәнең артыҡ әпәүләүе, тормошоноң бөтә яҡтарын да контролдә тотоуы, үҫмергә үҙ аллы ҡарар ҡабул итергә бирмәүе лә үҫешеп етмәгән психикаға кире тәьҫир итә икән.
Балаларығыҙ менән проблемалар килеп тыуа икән, психологтарға һәм кризис үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә кәңәш итә тәфтишселәр. Уларға иғтибар итәйек һәм дуҫ булайыҡ! Аллам һаҡлаһын бындай бәләнән.