Осрашыуҙа Башҡортостандың Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта белем алыусы студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы ағзалары айырым билдәләнде. Башҡортостан юбилейы йылында йәштәр йәмәғәт ойошмаһы илдең баш ҡалаһында төрлө социаль әһәмиәтле һәм мәҙәни саралар, шул иҫәптән «Мәскәүҙең башҡорт һылыуы» конкурсын ойоштороусы булып сығыш яһаған.