Новости
25 Октябрь 2019, 03:32

Кран ауышып китеп...

Салауат ҡалаһының "Экология-Сервис" компанияһынан 55 йәшлек автокран машинисы суд алдында яуап тотасаҡ. Машинистың ғәйебе менән төҙөлөш майҙансығында фирма хеҙмәткәре үлемесле тән йәрәхәттәре ала.

Асыҡланыуынса, автокран машинисы үҙ белдеге менән төҙөлөш майҙансығында автомобилгә генә беркетелә торған уҡлы кран урынлаштыра, ул техниканы ҡуйған урындың тупраҡ тығыҙлығын тикшермәй.


Машинист эшкә тотона, тик ауыр тимер торбаны өҫкә күтәргән ваҡытта ер убылып китә, һәм автокран бер яҡҡа ныҡ итеп ауыша төшә. Үкенесле хәл, янында торған бер хеҙмәткәрҙе әллә нисәмә тонналы кран ныҡ итеп ергә ҡыҫа. Хеҙмәткәр урында уҡ вафат була.


Әле машинистҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, ул төҙөлөш эштәрен башҡарғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәгәне һәм ошо арҡала кеше үлеменә килтергәне өсөн ғәйепләнә. Ир кеше үҙенең ғәйебен таныған, эш Салауат ҡала судына тапшырылған.
Читайте нас