Бөгөн республикалағы барлыҡ мәктәптәрҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған асыҡ дәрестәр үткәрелә.
Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһынының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфирә Әхмәтова IX ,,а,, класы уҡыусыларына асыҡ дәрес үткәргәндә балалар Башҡортостан тарихының да илебеҙҙең үткәненә бәйле икәнлеген телгә алды. Улар шулай уҡ тиҙҙән тотош илебеҙҙә билдәләнәсәк Халыҡтар берҙәмлеге көнө хаҡында һөйләне.
- 1612 йылдың 22 октябрендә, яңы стиль буйынса 4 ноябрҙә Мәскәүҙе поляктарҙан азат итеү башланған. Башҡорттар ҙа унда ҡатнашҡан, - тине Ләйсән Үтәғолова.
Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ,,Россиянмын,, тигән шиғырын да,шулай уҡ баш ҡалабыҙҙың символдарының береһе булған Дуҫлыҡ монументы хаҡында ла һөйләне балалар.
Быуаттар дауамындағы тарихты хәтерләгәндә халыҡтар дуҫлығының төп роль уйнауын хәтерҙән сығарырға тейеш түгелбеҙ, тигән фекер һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Ошо теманы яҡтыртҡан М. Кәримдең әҫәренә нигеҙләнеп яңыраҡ төшөрөлгән ,,Һеңлекәш,, фильмы ла ҡыҙҙар һәм малайҙар күңелендә яҡты эҙ ҡалдырғандыр, моғайын.
Был байрам күп милләтле Рәсәйҙә ҙур әһәмиәткә эйә.