Сараны асып, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов сығыш яһаны һәм Аҡмулланың дөйөм төрки донъяһында тотҡан урыны хаҡында һөйләне. "Шағирҙың әҫәрҙәрен рус теленә яңынан тәржемә итеү ҙә һис хата булмаҫ, совет осоронда йөкмәтке үҙгәртелгән осраҡтар ҙа юҡ түгел!" - тине ул.
Конференцияла сит ил ҡунаҡтары, йәштәр, дин әһелдәре, студенттар ҡатнаша.