Иң түҙемле халыҡ Бәләбәйҙә йәшәй икән. Ауырыуҙар регистратура аша бер ай алдан яҙылып ҡуя. Теркәлгәндән һуң йәнә уртаса 13 көн көтөргә кәрәк. Бөрйәндәр теше һыҙлағанда ла табипҡа инеү өсөн 20 көн алдан яҙыла, ә Талбазы балалары 18 көн буйы көтә. Улай ғына ла түгел, теркәлгәндән һуң да ике аҙна буйы тилмереп көтөргә тура килә уларға.