1612 йылдың 4 ноябрендә халыҡ Түбәнге Новгород сауҙагәре Кузьма Минин һәм кенәз Дмитрий Пожарский етәкселегендә Мәскәүҙе поляк интервенттарынан азат итә. Был иҫтәлекле ваҡиға Рәсәй тарихында ауыр ваҡыттарҙың тамамланыуы, берҙәмлектең еңеүе менән бәйле.
Халыҡтар берҙәмлеге көнөн ҡаршылап, бөгөн Салауат районы мәктәптәрендә лә асыҡ класс сәғәттәре үтә. Уҡытыусылар дәрестә балаларға тарихи ваҡиғалар хаҡында һөйләп, патриотлыҡ, Ватаныбыҙға хөрмәт тойғоһо уята, берҙәмлектең һәм тоғролоҡтоң мөһимлеген аңлата. Районда үткән асыҡ дәрестәрҙә барлығы ике мең бала ҡатнашты.