Бөгөн ҡыҙҙың дуҫ егете фажиғә сәбәптәренә фараз белдергән. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡыҙыҡай тәмәке тоҡандырғыстың газын һулай ҙа аңын юғалтып иҙәнгә йығыла. Осраҡлы кешеләр саҡырған "Ашығыс ярҙам" дауаханаға алып китә. Унда реанимация сараларын үткәрһәләр ҙә, бала, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иҫенә килмәй вафат була.
Ҡыҙҙың вафатынан һуң егет, әсенеп, социаль селтәрҙәрҙә мөрәжәғәт иткән: «Йәштәр, ишетегеҙ мине! Һуламағыҙ ул газдарҙы, ул алкоголгә, тәмәкегә ҡарағанда ла нығыраҡ бөтөрә, тиҙ үлемгә килтерә. Нимәлер эшләр алдынан атай-әсәйегеҙҙе уйлағыҙ! Әхирәтемдең әсәһенең нисек өҙгөләнгәнен күреү бигерәк ауыр».
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре бөтә фараздарҙы тикшерә, фажиғә сәбәптәрен асыҡлай.