Новости
24 Октябрь 2019, 05:48

Өйөң йылымы?

Шишмә районында "Өйөң йылыһы" исеме аҫтында ата-әсәләр йыйылышы үтә. Ата-әсәләр, төрлө ауылдарҙан йыйылған уҡытыусылар, мәктәп директорҙарынан тыш, йыйылышта район хакимиәте башлығы Флүр Уразмәтов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айҙар Яҡупов, Шишмә районы буйынса эшләгән хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре ҡатнаша.

Флүр Уразмәтов үҙ сығышында мәғариф системаһының көн үҙәгендә торған ҡырҡыу мәсьәләләргә туҡталды. "18 сәғәт уҡытып та, 18 мең генә эш хаҡы алған уҡытыусылар бар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Был бик әҙ, уҡытыусыға ла ғаиләһен ҡарарға кәрәк бит", – тине ул. Флүр Зиннур улының һүҙҙәре буйынса, был проблема хәл ителеү юлында.


Хакимиәт башлығы тағы ла уҡытыусылар менән ата-әсәләр араһындағы мөнәсәбәттәргә туҡталды. Был мәсьәлә киҫкен тора, элек уҡытыусылар йәмғиәттә абруй ҡаҙанған һөнәр эйәләре булһа, бөгөн ҡайһы бер уҡыусылар, хатта ата-әсәләр үҙҙәре лә педагогтарҙы ҡыйырһытырға күп һорамай. Был йәһәттән Флүр Зиннур улы Шишмә районының үҙендә булған миҫалдарға ла туҡталды, үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡ булмаһын өсөн ата-әсәләрҙе һәм уҡытыусыларҙы берләшергә саҡырҙы.


Шишмә районы телевидениеһы ла ошо темаға видеояҙма әҙерләгән.

Район прокуроры Азамат Насиров тағы ла бер борсоулы хәлгә туҡталды: бөгөн интернет селтәре балаға насар йоғонто яһай. Ул ата-әсәләрҙе иғтибарлы булырға саҡырҙы.


Район мәғариф идаралығы етәксеһе Сөләймән Ваһапов "Шишмә районы шарттарында педагогтың абруйы" исемле сығышында үҙенең хеҙмәт юлы хаҡында һөйләне, элек уҡытыусыларҙың ғаиләлә бала тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнағанын һыҙыҡ өҫтөнә алды.https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/y-yylymy/
Читайте нас