Новости
24 Октябрь 2019, 05:52

Уҡыусы балаларҙы тапаған

Ысынлап та, хәҙер ҡала урамдарында ла күҙенә аҡ-ҡара күренмәй юғары тиҙлектә елдереүселәр күбәйҙе. Светофорҙың йәшел төҫөнә лә алан-йолан ҡаранып, абай ғына сығырға кәрәк.

Кисә Өфөлә көндөҙ мәктәптән ҡайтып барған балаларҙы Subaru автомобилендә 40 йәшлек ир тапап китә. Улар зебранан дүртәүләп сығып барған булған. Ике ҡыҙ мөғжизә менән генә ҡаза күрмәй.


Тәгәрмәс аҫтында ҡалған ҡыҙҙарҙы дауаханаға алып барып, медицина ярҙамы күрһәтәләр. Әле уларҙы ҡайтарғандар. Юлдарҙа йәйәүлеләргә иғтибарлы булыу фарыз, бигерәк тә балаларҙы киҫәтеп ҡуяйыҡ.https://bash.rbsmi.ru/articles/t-g-rm-s/u-yusy-balalar-y-tapa-an/
Читайте нас