Бөтә ауыл биләмәләрендә лә тиерлек яңы фонарҙар ҡабынып, хәҙер ауыл халҡына киске эңерҙә, төнөн йөрөүе ҡурҡыныс түгел, урамдар балҡып тора. Абдулла ауыл биләмәһендә яңы фонарҙарҙы былтыр ауыл халҡы үҙ көстәренә ҡуйғайны. Яҡтыртҡыстарҙың иң күбеһе район үҙәге Оло Ыҡтамаҡта, унда 70 фонарь урамдарҙы яҡтырта. Әләгәҙ, Дыуан-Мәсетле, Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәләрендә лә 20-нән ашыу яҡтыртҡыс урынлаштырылған.
Бынан тыш, быйыл 98 яңы бағана ҡуйылып, иҫкеләре алмаштырылған, 7,19 км оҙонлоғонда иһә кабелдәр монтажланған.