Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
24 Октябрь 2019, 05:39
Әмирҙең барыһы ла яҡшы буласаҡ!
Яңауыл малайы Әмир, ниһайәт, һауығып, дауахананан сыҡты. Ошоға тиклем хәбәр итеүебеҙсә, ул биш көн дауамында әсәһенең үле кәүҙәһе янында булып, бик ныҡ хәлһеҙләнгәйне. Баланы үтә ауыр хәлдә республика клиник балалар дауаханаһына алып киткәйнеләр.
Әле малайҙы Мәскәүҙә йәшәгән инәһенә биргәндәр. Ул оҙаҡламай балаға тулы опека рәсмиләштерәсәк.
– Малайҙы дауахананан сығарҙылар, ул тулыһынса һауыҡты. Хәҙер Әмир ғаиләлә тәрбиәләнәсәк. Иң мөһиме, бала һау, ул тән ауырлығы йыйҙы, барыһы ла яҡшы, – тинеләр Яңауыл ҡалаһы хакимиәтендә.
Тәүҙә 44 йәшлек ҡатын үҙ-үҙенә ҡул һалған һәм балаһын хәүефкә дусар иткән, тигән мәғлүмәт дөрөҫлөккә тура килмәй сыҡты. Суд-медицина экспертизаһы уның йөрәк өйәнәгенән һәләк булғанын асыҡланы.
Иң мөһиме, алты йәшлек малай шәбәйҙе һәм туғандары янында. Хәҙер барыһы ла яҡшы булыр, Әмир!
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/mir-e-bary-y-la-ya-shy-bulasa-/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"