Новости
24 Октябрь 2019, 05:53

Өфө районы нисек йәшәй?

Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфө районында эш сәфәрендә булды.

Михайловка ауылында ул йорт, офис өсөн йомшаҡ һәм корпуслы йыһаз эшләү менән шөғөлләнгән “Өфөмебель” компанияһының етештереү майҙансығын ҡарап сыҡты, предприятие цехтары, продукция өлгөләре, уға ихтыяж, хаҡтар һәм үҫеш мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынды.


Компания етәксеһе Виктор Кочубей әйтеүенсә, көнүҙәк мәсьәләләр араһында иң мөһиме предприятиены заказдар менән тәьмин итеү биләй. Тендерҙа йыш ҡына арзаныраҡ хаҡ тәҡдим итеүселәр еңеп сыға, шул уҡ ваҡытта уларҙың тауарының сифаты Башҡортостан йыһазыныҡынан байтаҡҡа ҡалыша. Радий Хәбиров балалар баҡсаларын һәм мәктәптәрҙе урында етештерелгән мебель менән йыһазландырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға булышлыҡ итергә вәғәҙә бирҙе.


Мәғлүм булыуынса, әле Өфө районындағы мәктәптәрҙе һәм балалар баҡсаларын ҡайнар аш һәм буфет продукцияһы менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән пилот проекты тормошҡа ашырыла. Бының өсөн Өфө балалар туҡланыуы комбинатына элегерәк йылы гараж булараҡ файҙаланылған биналар бүленде. Әле уларҙа ремонт яһалған, ҡорамалдар монтажлана, газ селтәренә тоташтырыу, сертификат алыу мәсьәләләре хәл ителә.


Радий Хәбиров мәктәптә туҡланыу сифаты менән ҡыҙыҡһынды. Был эште муниципалитет башлыҡтары контролдә тоторға тейеш тип билдәләне. https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/f-rayony-nisek-y-sh-y-/
Читайте нас