Новости
24 Октябрь 2019, 05:40

Билет кәрәкһә, ватсапҡа яҙа һалығыҙ!

Билдәле башҡорт режиссёры Айсыуаҡ Йомағолов үҙенең алтын юбилейын ҡаршылай. Ошо тантана уңайынан 25 октябрҙә киске сәғәт 7-лә "Родина" кинотеатрының ҡыҙыл залында байрам башлана.

Кисәлә "Ел аулаусы" ("Ловец ветра") фильмы күрһәтеләсәк. Инеү саҡырыу ҡағыҙы буйынса. Уны алыр өсөн +7 927 927 28 71 телефон номерына ватсап аша теләк белдерер кәрәк.


Матур саранан ситтә ҡалмағыҙ! Шәп режиссерға теләктәрегеҙҙе еткерегеҙ!https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/bilet-k-r-k-vatsap-a-ya-a-aly-y-/
Читайте нас