Балыҡ шпротын асып, майын түгәбеҙ. Һауытҡа һалып, вилка менән иҙгеләйбеҙ. Өҫтөнә ваҡ ҡына туралған һуған һибәбеҙ. Йомортҡаны бешереп турайбыҙ. Маринадланған ҡыярҙы ваҡлайбыҙ. Консерваланған кукурузды һыуын түгеп өҫтәйбеҙ. Майонез һалып, бөтәһен бергә болғатабыҙ.