Новости
24 Октябрь 2019, 10:46

Бабай юл буйлап барған шул...

Башҡортостанда кисә, 23 октябрҙә 12 автомобиль аварияһы теркәлгән. Республиканың ЮХХДИ-һы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уларҙа бер кеше һәләк булған, 14-е төрлө тән йәрәхәттәре алған.

Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы кисә кис Өфөнөң Көнбайыш урау юлының 8-се километрында теркәлә. Кушнаренко районында йәшәгән 34 йәшлек "Geely Emgranb" автомобиле водителе 79 йәшлек Өфө кешеһен тапата. Пенсионер ир автомобиль юлы буйлап китеп барған. Ул урында һәләк булған.


Ҡараңғы ваҡытта ҡара кейемдәге йәйәүлене водитель күрмәй. Асыҡ төҫтәге кейем кейегеҙ йәки яҡтылыҡты сағылдырған элементтар йәбештерегеҙ. Был - тәү сиратта үҙебеҙҙең хәүефһеҙлек өсөн кәрәк.
Читайте нас