Бер әсә, Татьяна Ч., икенсеһенә чатта киҫәтеү яһаған. Йәнәһе, улығыҙҙы тәрбиәләгеҙ, ул йоҡо ваҡытында ҡыҙҙар янында кейенмәйенсә йөрөгән. Әсәгә был хәбәрҙе баҡсаға йөрөгән ҡыҙы еткергән.
Әммә был ваҡиға ни тиклем тәрәнәйеп китерен Татьяна күҙалламаған да. Тиҙҙән ҡатын шуҡ малайҙың апаһы менән баҡсала күҙмә-күҙ осрашҡан, һүҙ артынан һүҙ сыҡҡан. Һәм Татьянаға икенсе ҡатын йоҙроҡ менән ташланған. Был низағ видеокамераларға эләккән.
Татьяна белдереүенсә, малайҙың яҡыны уны сәсенән һөйрәп тотоп, юлға бәргән. Был хәлдән һуң ҡыҙҙың әсәһе полицияға ғариза яҙған. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.