Новости
24 Октябрь 2019, 11:02

Ҡаҙҙар ниңә таҙарына?

Октябрь аҙағы ла яҡынлашты. Шаулы ҡаҙ өмәләренә күп ҡалманы, беренсе ҡар яуыу менән, хатта унан да алда ауылдарҙа күңелле мәшәҡәттәр башланасаҡ.

Һәр яҡтың үҙенә күрә йолалары бар. Мәҫәлән, Ейәнсура яҡтарында ҡаҙ һәм өйрәкте һуйыр алдынан йылғаға алып барып йөҙҙөрөп алыу ғәҙәти күренеш һанала. Һуңғы тапҡыр рәхәт сикһендәр өсөн.


Һыуға төшкән йорт ҡоштары йөҙөү менән генә сикләнмәй, ә рәхәтләнеп ҡойонорға тотона. Хужабикәләр өсөн был бик тә ҡулай, сөнки өйрәк һәм ҡаҙҙарҙы эшкәрткәндә, уларҙың йөнө таҙа була.
Читайте нас