Бынан тыш, ул холестерин күләмен кәметә. Виноград төштәрендә булған А, Е һәм К витаминдары, шулай уҡ тәбиғи май күҙәнәктәрҙе нығытыуға һәм йәшәртеүгә ярҙам итә.
Кофе кислотаһы, кверцетин һәм мирецетин кеүек фенол тоташтырғыстар организмды онкология, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан һаҡлай. Виноград сәләмәтлек өсөн файҙалы булған башҡа үҙенсәлектәргә лә эйә. Унда целлюлоза, шәкәр һәм кислоталар ҡатнашмаһы тәбиғи йомшартҡыс булып тора, ә минералдар теш һәм һөйәктәрҙе нығытырға булыша.
Табиптар көн һайын 150-нән алып 250 грамға тиклем виноград ашарға кәңәш итә. Уларҙың һүҙҙәренсә, иммунитетты нығыта торған антиоксиданттар ҡара төҫтәгеһендә күп. Әммә виноград ҡарараҡ төҫтә булған һайын, уның аллергендар ҡеүәте лә ҙурыраҡ булыуын онотмағыҙ.Башҡортостан гәзитенән.